пятница, 23 декабря 2011 г.

Француз парламентының түбәнге палатаһы әрмәндәргә ҡарата геноцидты инҡар итеүҙе тыя.

Францияның милли йыйылышы Ғосман империяһында 1915 йылда әрмәндәрҙең геноцидҡа дусар булыуын инҡар иткән өсөн язаға тарттырыу хаҡындағы закон проектын раҫланы.

Тауыш биреү алдынан француз- төрөк ассоциациялары парламент бинаһы алдында ҡаршылыҡ манифестацияһы үткәрҙе.

Анкара консультация үткәреү өсөн үҙ илсеһен Париждан саҡыртып алды.

Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар һөйләй:

“Беҙгә ниндәй үстәре барҙыр- аңламайым. Былар барыһы ла бик күптән, 100 йыл элек булған. Хәҙер был мәсьәлә көсөргәнешлекте генә арттыра бит.”

Закон проектын идара итеүсе“Халыҡ хәрәкәте өсөн берекмә” фирҡәһенән депутат Валерий Буайе тәҡдим иткән. Уны идара итеүсе фирҡәнең күпселек депутаттары, социалистик оппозиция һәм уртасылдар хуплаған. Хәҙер закон проекты Сенат ҡарамағына тапшырыласаҡ.

“Мин ҡәнәғәт,-ти парламенттағы әрмән общинаһы вәкиле Крикор Изякян,-мин иҫ киткес ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм. Беҙҙең өләсәйҙәребеҙ, олатайҙарыбыҙ алдаҡсы булмаған. Улар геноцидҡа дусар булған. Ҡайһы берҙәре иҫән ҡалған, ҡайһылары һәләк булған.”

Францияның әрмән общинаһында 500 мең кеше. Лионда күп әрмәндәр йәшәй. Милли йыйылыштың бөгөнгө ҡарарын улар ҡәнәғәтлек һәм күҙ йәштәре менән ҡабул иткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий