Яңы Зеландаияла ер тетрәүҙең эҙемтәләре һаман һиҙелә. Дүшәмбе ҡеүәтле ер тетрәү тиҫтәләгән бинаны емерҙе, тау битләүҙәре аҡтарылды, йөҙҙәрсә йорттар электрһыҙ ҡалды. Зыян күреүселәр- ҡырҡтан ашыу, шуларҙың ундан ашыуы Крайстчерчтан. Был ҡала йылдан ашыу инде тыныс йәшәй алмай.
“Ҡурҡыныс, шулай бит?- ти ҡала мэры.-Минең арттағы ҙур ташҡа ҡарағыҙ әле: ике метр ғына былайыраҡ төшһә, бөттөң тигән һүҙ. Ҡыҫҡаһы, ауыр замандар килде.”
Зыян күргән райондарҙың халҡына шешәләр менән һыу тараталар: ер тетрәү ваҡытында һыу үткәргестәр ҙә зыян күргән. Властар крандан алынған һыуҙы ҡайнатып эсергә өндәй.
Крайстчерчта йылдан да кәмерәк ваҡытта был өсөнсө көслө ер тетрәү. Февралдә тәбиғәт ҡазаһынан 180- дән ашыу кеше ҡорбан булды, ҡала үҙәге тулыһынса тиерлек емерелде.
Яңы ер тетрәүҙәр хәлде ҡатмарландырмаған осраҡта ла, Крайстчерчты ҡайтанан яҡҡа баҫтырыу тиҫтә йылға һуҙылыуы ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий