Төркиә Сүриә менән мөнәсәбәттәрҙә һүҙҙән эшкә күсте. Күптән түгел премьер- министр Эрдоган Башар Асадты отставкаға китергә өндәгәйне, шаршамбы иһә Анкара Дамаскыға ҡарата иҡтисади санкциялар ҡулланды. Финанс һәм кредит мөнәсәбәттәре өҙөлдө, Сүриәнең Төркиәләге активтары файҙаланыуҙан сығарылды, ҡорал һәм хәрби ҡорамалдар ебәреү туҡтатылды.
Төркиәнең сит ил эштәре министры Әхмәт Дауыт улы һүҙҙәре буйынса, “Сүриә властары эште яйға һалыуҙың бөтә мөмкинлектәрен дә ҡулдан ысҡындырҙылар. Улар, Ғәрәп дәүләттәре лигаһының ярҙамынан баш тартып, бөтөнләйгә кәмәләрен ҡомға терәне. Үҙ-үҙҙәрен санкцияларға дусар итте.
Дамаскының ҡаршылыҡ акцияһы ваҡытында ҡулға алынған 912 кешене иреккә сығарыуы ла Төркиәне йомшартманы.
Төркиә- Сүриәнең иң эре иҡтисади партнеры. Үткән йыл уларҙың сауҙа әйләнеше 2,5 миллиард долларға барып етте. Элегерәк Анкара сәйәси аренала Дамаск яғында ине, тик Сүриәләге көс ҡулланыуҙар, президент Асадтың власҡа йәбешеп ятыуы ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе һалҡынайтты. Хәҙер Төркиә Сүриә армияһы дезертирҙарын һәм оппозиция яғындағыларҙы һыйындыра.
Бынан алда Дамаскыға ҡарата ошондай сакцияларҙы Ғәрәп илдәре лигаһы һәм Евроберләшмә ҡулланғайны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий