четверг, 22 декабря 2011 г.

Багдадтағы теракттар тиҫтәләгән ғүмерҙе киҫте.

Багдадта бөгөн тиҫтәнән ашыу теракт булды. Ирактың һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 57 кеше һәләк булған, 176-һы яраланған. Ирактың махсус хеҙмәттәре хәбәр итеүенсә, шартлауҙар 12-нән дә кәм булмаған. Күбеһе шиғисылар йәшәгән ерҙәрҙә шартлаған.

Ирак баш ҡалаһындағы был теракттар экстремистарҙың алдан уйланылған һөжүме, тип уйлай полиция. Был шартлауҙарҙы Америка ғәскәрҙәрен илдән сығарыу һәм политик хәлдәрҙең насарайыуы менән дә бәйләйҙәр. Америка хәрбиҙәренең һуңғы колоннаһы Ирактан 18 декабрҙә китте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий