среда, 28 декабря 2011 г.

Иран геополитик яуап әҙерләй.

Иран, әгәр нефть экспортлауға эмбарго индерелһә, Ормуз боғаҙында углеводородтар ташыу юлын ябасаҡ. Санкция Таһрандың ядро прогаммаһы өҫтөндә эште дауам итеүенә яуап рәүешендә индерелеүе ихтимал. Иран властары, Таһрандың “дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ”яҡлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, “дошмандарҙы, әгәр улар Иранға ҡаршы йәшерен эш алып барыуҙы туҡтатмаһалар, урындарына ултыртырға” вәғәҙә итте.

Ормуз боғаҙы Ирандың көньяҡ ярында урынлашҡан һәм айырым стратегик әһәмиәткә эйә- ул Фарсы һәм Оман ҡултыҡтарын тоташтыра, мөһим транспорт артерияһы булып тора. Донъялағы диңгеҙ юлы менән ташылған нефттең 40 проценты уның аша үтә.

Шәмбе көн Ирандың Хәрби диңгеҙ көстәре Ормуз боғаҙында ҡоралдарҙың яңы төрҙәрен, шул иҫәптән ракета, пилотһыҙ самолеттарҙы, һыу аҫты ҡорамалдарын һынау өсөн, 10 көнлөк хәрби күнекмәләр башланы. Таһранда белдереүҙәренсә, был күнекмәләр, кәрәк булһа, АҠШ агрессияһына Ирандың лайыҡлы яуап бирә аласағын күрһәтәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий