среда, 28 декабря 2011 г.

Мысыр: суд ҡулға алынған ҡатын- ҡыҙҙың “ғиффәтлелеген тикшереүҙе”тыйҙы.

Мысыр суды хәрбиҙәргә ҡулға алынған ҡатын- ҡыҙҙың “ғиффәтлелеген тикшереүҙе”тыйҙы. Шул рәүешле суд, ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашҡандан һуң, хурлыҡлы процедураға дусар булған ҡатын- ҡыҙ яғына баҫты. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ҙа бындай практиканы яза һәм енси көсләүҙең бер төрө тип баһалай.

Мысырҙа бындай эш тәүге тапҡыр ҡаралды, тикшереүҙәрҙе башлауға Таһрир майҙанында демонстрацияла ҡатнашыусы Самира Ибраһимдың ғаризаһы сәбәпсе булды.

”Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың береһе лә бының менән риза түгел,- ти акцияла ҡатнашыусы икенсе ҡатын.-Был боҙоҡлоҡ һәм язаның бер төрө. Уны революцияға, ҡатын- ҡыҙҙарға баҫым яһау өсөн, беҙ, ауыҙҙы йомоп, үҙгәрештәр талап итмәһен өсөн эшләйҙәр. Әммә беҙ бында, беҙ Самираны һәм башҡа ҡатын- ҡыҙҙарҙы яҡларға килдек.”

Самира Ибраһим Ҡаһирәлә мартта ҡулға алына. Ул YouTube битендә бирелгән видеола хәрбиҙәрҙең уны һәм башҡа ҡыҙҙарҙы “уйнашсы” тип атауҙарын һәм “ғиффәтлелек тикшереүе”үтергә мәжбүр итеүҙәрен һөйләне.

Юғары пост биләгән хәрбиҙәрҙең элегерәк аңлатыуынса, бындай практика ҡулға алынған ҡатын- ҡыҙ һалдаттарҙы көсләүҙә ғәйепләмәһендәр өсөн ҡулланылған.

Демонстрацияла ҡатнашҡан икенсе ҡыҙҙың хәрбиҙәр тарафынан урамда туҡмалыуын, мыҫҡыл ителеүен һүрәтләгән кадрҙары халыҡтың асыуын ҡабартты, мысырлыларҙы элек тыйылып килгән темалар тураһында һөйләшергә мәжбүр итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий