среда, 28 декабря 2011 г.

Рәсәй: кадрҙарҙы алмаштырыу һәм киләсәк хаҡында уйҙар.

Йыл аҙағында Рәсәйҙең юғары эшелонында кадрҙар алмашынды.

Шуларҙың береһе- Владислав Сурковтың вице- премьер итеп тәғәйенләнеүе. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы президенты Дмитрий Медведев иғлан итте. Сурков бынан алда Кремль администрацияһы башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләне һәм эске сәйәси процестар өсөн яуаплы булған төп кешеләрҙең береһе һаналды. Хөкүмәттә Сурков иҡтисадты модернизациялау проблемалары менән шөғөлләнәсәк.

Шул уҡ көндө Владимир Путин Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары менән осрашты. Путин президент һайлауҙарын асыҡ һәм законлы итеп үткәреү өсөн тәҡдимдәр йыйыуҙы һораны.

“Миңә, кандидат булараҡ, ниндәйҙер мутлашыуҙар кәрәкмәй,- тине Путин.-Мин асыҡ һайлауҙар яҡлы һәм быны барыһы ла белергә тейеш. Мин халыҡ ихтыярына, халыҡ ышанысына таянырға теләйем, сөнки былар юҡ икән, эшләүҙең мәғәнәһе лә юҡ.”

Путин, үҙенең яғындағылар менән әңгәмәләшкәндә, шундай фекер белдерҙе: оппозицияның берҙәм программаһы, маҡсаты һәм башлыҡтары юҡ. Дәүләт думаһына һайлауҙарға килгәндә, уны ҡайтанан ҡарау тураһында һөйләшеүҙәрҙең мәғәнәһе юҡ, законда ҡаралған берҙән- бер юл- судҡа мәрәжәғәт итеү, тип белдерҙе ул.

Комментариев нет:

Отправить комментарий