вторник, 27 декабря 2011 г.

Владимир Путин: “рәсәй оппозицияһының дөйөм маҡсаты юҡ.”

Рәсәй оппозицияһының аныҡ ҡына маҡсаты ла, тәүәккәл башлыҡтары ла юҡ- Рәсәй премьер- министры Владимир Путиндың фекере шулай. Дөйөм рәсәй халыҡ фронты осрашыуында президентлыҡҡа кандидат үҙенең яҡлылар менән Рәсәй ҡалаларында үткән ҡаршылыҡ акциялары хаҡында фекер алышты.

“Уларҙың берҙәм программаһы юҡ- прогаммалар күп, әммә берҙәм программа юҡ. Маҡсатҡа ирешеүҙең асыҡ һәм аңлайышлы саралары юҡ. Ғөмүмән, аныҡ ҡына маҡсат та, ул маҡсатты тормошҡа ашырырҙай кешеләр ҙә юҡ. Был осраҡта булдырғандың, һайлау процесының баһаһын төшөрөргә генә ҡала. ”

Билдәле блогер Алексей Навальный үҙенең ҡайһы бер аныҡ ниәттәре хаҡында хәбәр итте. Ул шулай уҡ президент һайлауҙарында ҡатнашырға теләк белдерҙе.

“Кремлдә һәм Аҡ йортта ултырған кешеләр- узурпаторҙар, унда улар законлы рәүештә барып эләкмәне. Бына уларға ҡурҡыныс булырға тейеш. Әгәр кемдер законды боҙа, енәйәт эшләй икән, уны ҡулға алырға, енәйәт эше асырға, суд эскәмйәһенә, аҙаҡ төрмәгә ултыртырға тейештәр.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий