четверг, 8 декабря 2011 г.

НАТО Рәсәйҙе кәрәкмәгән сығымдарҙан һаҡланырға саҡыра.


НАТО Рәсәйҙе, Европалағы ракетаға ҡаршы оборона проектына яуап итеп, бөлдөргөс ҡоралланыуҙан һаҡланырға саҡыра, уның Рәсәйгә йүнәлтелмәүен баҫым өҫтөнә ала. Әммә былар рәсәй яғын ышандырмай.

ПРО мәсьәләһе Брюсселдәге Рәсәй- НАТО Советы ултырышында төп урынды алып торасаҡ.

Бынан алда альянстың генераль секретары Андерс Фог Расмуссен, “булмаған дошманға”ҡаршы ҡоралланып, Рәсәй аҡсаһын юҡҡа туҙҙырасағы хаҡында белдерҙе:

“Рәсәй беҙҙең пландарға ҡаршы альянс илдәре менән сиктәш райондарға ракеталар урынлаштырып яуап бирмәксе була. Был үткән осорҙағы ҡаршылыҡтарҙы хәтерләтеп ҡуя.”

Рәсәй үҙенең яуап сараларын мәжбүри тип атай, булған радарҙарҙы бергәләп ҡулланырға тәҡдим итә, диалог өсөн ишектәрҙе япмай.

“Беҙ был мәсьәләлә политик файҙа ла, хәрби файҙа ла эҙләмәйбеҙ,- ти ЕС- тағы Рәсәй вәкиле Владимир Чижов.-Беҙ асыҡтан- асыҡ әйтәбеҙ: әгәр һеҙ былай итһәгеҙ, беҙ тегеләй итәсәкбеҙ, әгәр һеҙ артабан китһәгеҙ, беҙгә былай итергә тура киләсәк.”

Ноябрь аҙағында Дмитрий Медведев Калининградтағы яңы радиолокация станцияһын үҙе эшләтеп ебәрҙе һәм Европалағы ПРО системаһын йәйелдереүгә ҡаршы Рәсәйҙең тағы ла ҡатыраҡ сараларға барырға әҙер булыуы хаҡында әйтте.

Мәскәү НАТО-нан ПРО-ның уға йүнәлтелмәүе тураһында аныҡ яҙма гарантиялар талап итә. Тик альянс, маневр өсөн киң мөмкинлектәр ҡалдырыу өсөн, уны биреүҙән баш тарта.

Комментариев нет:

Отправить комментарий