четверг, 8 декабря 2011 г.

ЕС- та расизм баш күтәрә, властарҙың мөһимерәк эштәре бар.


Евросоюз проблемалары араһында разисм тәүге урында тормай.

Ә ул иһә күҙгә күренеп үҫә. Күптән түгел Германияла неонацистик төркөм барлығы асыҡланды. Улар 10 иммигранттың үлеме өсөн яуаплы. Был ваҡиғалар күпселек немецтарҙы һәм уларҙың политик етәкселәрен шаңҡытты.

Милләтселәр Британия утрауҙарында ла баш ҡалҡыта. “Инглиз һағы лигаһы”һәм “Исламға ҡаршы альянс”үҙҙәренең идеяһын таратыу һәм яңы ағзалар йыйыу өсөн социаль селтәрҙәрҙе файҙалана.

”Демос”үҙәге асыҡлауынса, йәш европалыларҙың күбеһе иммиграция үҫеше менән ҡәнәғәт түгел, уларҙың күбеһе исламдың таралып китеүенән ҡурҡа.

”Күп кешеләр ислам хаҡында һөйләгәндә ысынында иһә башҡа нәмәләр өсөн хәүефләнә,- ти социолог Джейми Барлетт.- Европа мосолмандарының күпселеге тыныс, закондарҙы үтәүсе демократтар. Европа мосолмандары булыуҙары менән ғорурланалар. Тик киң мәғлүмәт саралары уларҙы йыш ҡына экстремистар һәм фанатиктар итеп һүрәтләй.”

Бөтә Европа илдәрендә тиерлек үтә уң һәм популистик партияларҙың позициялары нығына. Аталы- ҡыҙлы Ле Пендарҙың Милли фронты өсөн тауыш бирергә әҙер булған француздар һаны арта бара. Ҡөрьәнде тыйырға саҡырыусы голланд политигы Герт Вилдерс танылыу яулай башланы. Англияла ксенофобтарҙың төркөмдәренә традицион таҡыр баштарҙан тыш тормоштарынан ҡәнәғәтһеҙлекте ситтән күсеп килеүселәргә йүнәлткәндәр ҡушыла.

”Элек был партиялар маргинал булып һаналды, әммә улар үҫә килә төп партиялар менән бер рәткә баҫты,- ти голланд лейборисы Әминә Боҙкурт.-Иң хәүефкә һалғаны шул: уң тип иҫәпләнгән “ҡарт” партиялар уларҙың риторикаһын ҡабул итә. Аҙаҡ был риториканың тормошҡа аша башлауын күрәбеҙ.”

Исламдан ҡурҡыу нигеҙендә башланған эш ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерҙе- норвежлы Андерс Брейвик үҙ ватандаштарына ҡул күтәрҙе. Әйтергә кәрәк, психиатҙар уны ауырыу, шуға күрә 77 кешенең үлеме өсөн яуап бирә алмай тип иҫәпләй.

“Үтә уңдарҙың ҡайһы бер башлыҡтары үҙҙәрен Брейвик менән тиңләштереүҙән шөрләй,- тине расизм менән көрәш буйынса европа төркөмөн етәкләгән Микаэль Приво.- Был лидерҙар уның енәйәттәрендә ғәйепле түгел, әлбиттә, тик күрә алмаусанлыҡ атмосфераһын тыуҙырыуҙары өсөн мораль яҡтан яуаплылар.”

“Был мәсьәлә буйынса Европа өнһөҙ, ә күптәр ваҡиғаларҙы төптө дөрөҫ аңламайҙар,- тип дауам итә Микаэль Приво.-Икенсе Бөтә донъя һуғышында булғандарҙы белә тороп, бөгөн үҙебеҙгә шундай һорау ҡуйырға бурыслыбыҙ: ниндәй йәмғиәт төҙөргә теләйбеҙ һуң беҙ?”

Комментариев нет:

Отправить комментарий