четверг, 8 декабря 2011 г.

Рәсәй. Ҡарауыл арынымы?


Рәсәйлеләрҙең йәшәп килгән властан арыуы Мәскәү менән Петербургта ғына түгел, Алыҫ Көнсығышта ла һиҙелде. Унда һайлаусылар “Берҙәм Рәсәй”ҙән баш тартып, тауыштарын башҡа партияларға, тәүге сиратта коммунистарға бирҙеләр. РФКП- ның приморье бүлеге беренсе секретары Владимир Грищуков партияһының уңышын һандар менән аңлата:

“Иҡтисади һәм социаль хәлдәр бергә бәйләнде. Беҙҙә, мәҫәлән, торлаҡ 400 000 квадрат метр төҙөлә, совет заманында 1,5 миллион квадрат метр төҙөлә торғайны. Беҙҙә кешеләр үлә. Былтыр 17,5 бала тыуған булһа, 21 мең кеше үлде. Быйыл да 9 ай эсендә Приморье өлкәһендә 17100 бала тыуҙы, 20300 кеше вафат булды. Миграцион ағым да ярҙам итмәй... Өлкәнән күберәк китәләр.”

Кешеләр иһә үҙҙәренең һайлауын студент Алексей Шилович һымаҡ ябай ғына итеп аңлата:

“Мин РФКП-ға Союз яҡлы булғаным өсөн тауыш бирмәнем, ниндәйҙер үҙгәрештәр булдырғы килә.”

Халыҡтың “эсе боша”тип аңлатты Рейтер агенствоһына биргән интервьюһында билдәле рәсәй журналисы Владимир Познер һәм рәсәйлеләрҙең үҙҙәренең киләсәгенә ышанмауын, власть алдында яҡлаусыһыҙ итеп тойоуҙарын билдәләп үтте:

“Хөкүмәттең нимә эшләгәнен аңламай халыҡ. Ҡайҙа барабыҙ? Нимәгә ынтылабыҙ? Балаларыбыҙ менән нимә буласаҡ? Быға яҡлау тоймау ҙа өҫтәлә. Власть вәкилдәренән берәү һеҙгә дошман булһа, һеҙ бер нәмә лә эшләй алмаясаҡһығыҙ. Суд суд түгел, полиция нимә теләй, шуны эшләй тигән тойғо ҡала, һеҙ үҙегеҙҙе ышаныслы тоймайһығыҙ. Былар бөтәһе бергә уҡмашып, ни эшләргә тигән һорау тыуа.”

СССР-ҙың элекке президенты Михаил Горбачев “Мәскәү ауазы”радиостанцияһы эфиры аша сығыш яһап, хәҙерге рәсәй властарының эштәрен ҡаты тәнҡитләне:

“Беҙҙә ысын демократия юҡ һәм хөкүмәт, халҡынан шөрләп, асыҡтан- асыҡ эш итергә, үҙенең дөрөҫ юлдан барыуын иҫбат итергә, проекттарын тәҡдим итергә ҡурҡһа, булмаясаҡ та.”

Күп аналитиктарҙың фекеренсә, Дәүләт думаһында күпселекте юғалтып, “Берҙәм Рәсәй”мораль абруйын юғалтты. Әйтергә кәрәк, был уның башлығы Владимир Путинға март һайлауҙарында йәнә президент булырға ҡамасауламаясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий