среда, 7 декабря 2011 г.

Япондарҙың бәпәйҙәргә тәғәйенләнгән һөтөндә радиоактив цезий табылған.


Аҙыҡ- түлек етештереүсе Meiji компанияһы имсәк балалары өсөн етештерелгән 400 мең ҡап ҡоро һөттө һатыуҙан алды.

Һөттәрҙең бер өлөшөндә 134-се һәм 137-се радиоактив цезий табылған. Уның килограмдағы миҡдары 31 беккерелдән ( норма 200 ) артмаһа ла, компания зарарланған аҙыҡты икенсеһенә алмаштырырға вәғәҙә итте.

Токио урамдарындағы реакция:

“Яңылыҡты ишеткәс, иң тәүҙә үҙем ҡулланған һөттө ҡараным. Цезий табылған марка булмаһа ла, Мeiji етештергән булып сыҡты. Мин уларҙың тауарын бынан һуң бер ҡасан да алмаясаҡмын,-”ти был ҡатын.

“Нимәгә ышанырға белмәйһең. Мин Японияның төньяҡ- көнсығышында етештерелгән аҙыҡ- түлекте алмаҫҡа тырыша торғайным, гел урындағыларҙыҡын алдым. Һөтөбөҙ ағыулы булыр тип һис уйламаным,-”тип асыулана икенсеһе.

Алдан тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, цезий изотоптары ошо йылдың мартында Японияның көнсығышындағы заводтарҙың береһендә һөттө эшкәрткәндә эләгеүе ихтимал. Тап шул ваҡытта һәләкәткә осраған Фукусима атом электростанцияһынан радиация таралыуы билдәле.

Японияның һаулыҡ һаҡлау министрлығы балалар өсөн етештерелгән аҙыҡ- түлектәге радиоактив элементтар кимәле нормаларын ҡатыландырырға вәғәҙә итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий