суббота, 14 января 2012 г.

Пекин: Apple магазинына йомортҡалар бәреп...




 Ҡытайҙа хәүефһеҙлек маҡсаттарынан сығып, Apple корпорацияһы йома көн iPhone 4S һатыуҙы туҡтатты. Пекинда был хәл магазиндың асылыуын көткән халыҡ менән полиция араһындағы бәрелештән һуң булды. Бәрелеш ҙур сыуалышҡа әйләнеп китә яҙҙы. Әйтергә кәрәк, эш асылмаған магазиндың витриналарына йомортҡалар бәреү менән туҡталды.

Әллә нисә сәғәт сиратта торған халыҡ ризаһыҙлығын белдерә:

“Ҡайһы берҙәребеҙ бында көн элгәре, ике көн элгәре килде. Ҡайһы берәүҙәр хатта Тибеттан осоп килеп етте. Юл да оҙайлы, ауыр булды. Ниңә шулай килеп сыҡҡанын улар беҙгә аңлатырға тейеш.”

Aple компанияһында аңлатыуҙарынса, пекин фирма магазинын халыҡ мәнфәғәтенән сығып асмағандар, сөнки ҡыҫылыш, этеш- төртөш хәүефе булған.

Саньлитунь районындағы магазин төбөнә төндән үк ҙур сират йыйылған. Шунан файҙаланып ,ҡайһы берәүҙәр бәләкәй генә бизнес асып ебәргәндәр. “Төндә сират алған өсөн миңә 100 юань бирҙеләр,-”ти ҡайһылар.Ҡыҫҡаһы, күптәрҙең күңеле ҡырылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий