АҠШ дәүләт сәркәтибе
Хиллари Клинтон Мьянманың сәйәси тотҡондарын азат итеүҙе хупланы һәм
Вашингтондың оҙайлы изоляциянан һуң дипломатик мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан
тергеҙергә әҙер икәнен белдерҙе. Илдә барған демократик реформаларға ярашлы, властарҙы
тәнҡитләгән өсөн төрлө срокка ултыртылған сәйәсмәндәр, журналистар, монахтар
һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар, йәмғеһе йөҙләп кеше, ваҡытынан алда иреккә сығарылды.
Human Rights Watch вәкиле һөйләй:
“Сәйәси тотҡондарҙы
иреккә сығарыуҙы уҙыш менән сағыштырырға була. Уҙыш түңәрәгенең яртыһы үтелгән,
әммә ул яҡшы һәм тиҙ үтелһә лә, был туҡтарға кәрәк икәнде аңлатмай. Үтәһе юлдың
үтеренә, бөтә тотҡондарҙың да иреккә сығыуына беҙ ышанырға тейеш.”
Оппозиция башлығы Аун
Сан Су Чжиҙың ике йыл элек 10 йыл өйҙә ҡулға алынып торғандан һуң иреккә сығыуы
граждандар хөкүмәтенең Көнбайыш менән яҡынайыу юлындағы тәүге аҙымы булды.
Сәйәси тотҡондарҙы амнистиялау- донъя лидерҙарының Мьянмаға ҡаршы санкцияларҙы
бөтөрөү юлындағы төп шарт булып тора.
Комментариев нет:
Отправить комментарий