70 кеше хәбәрһеҙ юғалған, ике француз һәм Перу кешеһе
һәләк булған- Италияның Джильо утрауы яр буйында һәләкәткә осраған “Конкордия”круиз
лагерындағы фажиғәнең тәүге эҙемтәләре шундай. Карап кис, барыһы ла йоҡлаған
саҡта, рифҡа барып менгән.
Ҡайһы бер пассажирҙар каюталарынан сыға алмаған, тип
фараз итәләр. Күптәре, иҫ киткес ҙур бейеклектән һикереп, тән йәрәхәттәре алған.
Иҫән ҡалғандар экипажды компетентһыҙлыҡта ғәйепләй. Шаһиттар бына нимә һөйләй:
“Барыһын да кинәт ҡурҡыу тойғоһо биләп алды, күҙ
алдына килтерәһегеҙме, ҡот осҡос ҡурҡыу тойғоһо. Миңә ул “Титаник”ты
хәтерләтте.”
“Капитан лайнерҙы ярҙан 150 метр алыҫлыҡтан ғына алып барҙы.
Был бит башҡа һыймаҫлыҡ хәл !”
“Был
кемдеңдер хатаһылыр, моғайын. Круиз лайнерының эшен контролдә тотоу өсөн күпме
приборҙар бар, сәбәбе кеше факторындалыр ул.”
Бортта йәмғеһе 4229 кеше: Франция, Германия туристары
була. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, круизда булған рәсәйлеләрҙең береһе лә зыян
күрмәгән. Карап ниңә курстан тайпылған, эвакуация ниңә риф менән бәрелешкәндән
һуң ике сәғәт үткәс кенә башланған? Тикшереү барышында был һорауҙарға яуап
алыныр, әлбиттә. Водолаздарға ашығырға тура килә. Яңы ғына күңел асыу храмы
һаналған лайнер төпкә бата бара.
Комментариев нет:
Отправить комментарий