воскресенье, 15 января 2012 г.

“Йоббик” Венгрияның Евроберләшмәлә ҡалыуын теләмәй.



Будапештта Венгрияның Евроберләшмәлә ағза булып тороуына ҡаршы демонстрациялар бара. 2 000 меңдән ашыу кеше урамдарға сыҡты. Акцияны урындағы үтә уң “Йоббик” фирҡәһе ойошторҙо. “Иң яҡшы Венгрия”( фирҡәнең исеменә ошо мәғәнә һалынған ) өсөн көрәшергә ниәтләүҙәрен манифестацияла ҡатнашыусылар Евроберләшмә флагын яндырып раҫланылар
Акцияла ҡатнашыусылар МВФ һәм Еврокомиссия- ның көрсөккә ҡаршы ярҙам бәрәбәренә венгр властарына ҡуйған шарттары менән риза түгел. Улар быны “илдең бойондороҡһоҙлоғона ҡул һуҙыу”, тип иҫәпләйҙәр һәм властарҙан илдә Евроберләшмәнән сығыу тураһында референдум үткәреүҙе талап итәләр.
“Беҙ генә түгел, башҡа илдәр ҙә Евроберләшмәнән сығыу яғында, ул саҡта беҙ ошо хәлгә тарымаҫ инек,-”ти манифестацияла ҡатнашыусыларҙың береһе.
Ноябрҙә Венгрия ярҙам һорап Евроберләшмәгә һәм Халыҡ- ара валюта фондына мөрәжәғәт иткәйне. Йома көн МВФ һәм Еврокомиссия үҙенең талаптарын белдерҙе, шуларҙың береһе- Венгрия Үҙәк банкын ҡайтанан тергеҙеү.

Комментариев нет:

Отправить комментарий