воскресенье, 15 января 2012 г.

Ҡайҙан утын?- “Ижмаш”тан, әлбиттә!



Хаҡлы ялдағы удмурт ҡарты күптән түгел шуны асыҡлаған: ул үҙенең утыны менән бер ротаны ҡоралландыра ала икән. Ҡарт мейес яғыу өсөн Ижевск машзаводынан иҫке ағас йәшниктәр һатып алған булған. Өйгә ҡайтҡас ҡараһа, йәшниктәр эсенән 79 иҫке автомат һәм уларға 253 магазин килеп сыҡҡан. Баҡһаң, утилләштереү өсөн тәғәйенләнгән ҡоралды завод территоряһынан яңылыш алып сыҡҡандар икән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий