понедельник, 16 января 2012 г.

Казахстан: парламент һайлауҙары.




Казахстандың яңы парламентына өс партия эләгә ала. Президенттың Нур Отанфирҡәһе 80 проценттан ашыу тауыш йыйҙы.

Уҙған йәкшәмбелә ваҡытынан алда үткәрелгән парламент һайлауҙарының экзит полдары, йәғни һайлау участкаларынан сығыусыларҙан һорашыу  йомғаҡтары шундай. “Аҡ жол” эшҡыуарлыҡ фирҡәһе һәм коммунистар 7 проценттан ашыу тауыш йыйҙы. Политологтар берҙән- бер реаль оппозиция тип атаған социал- демократтар парламентҡа инмәгән һымаҡ күренде.

“Парламент статусын күтәрергә кәрәк, депутат һүҙе йәмғиәттә хөрмәткә лайыҡ булыуы өсөн тырышырға кәрәк, депутат һүҙе ниндәйҙер олигархтар төркөмө мәнфәғәтен яҡлаған лоббист рәүешендә түгел, ә халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусы булыраҡ ҡабул ителергә тейеш. Казахстандың һәр кешеһе үҙ депутаты аша проблемаларын хәл итә алырлыҡ булһын,-”тип белдерҙе Халыҡ социал- демократик фирҡәһе башлығы Әмирхан Косанов.

Был фирҡәлә һайлауҙарҙың ваҡытынан алда үткәрелеүе менән риза түгелдәр, сөнки улар агитацияны тейешле кимәлдә йәйелдереп өлгөрмәгәндәр. Фирҡә ағзалары һайлау тәртибен боҙоуҙарға зарланды. ОБСЕ вәкиле фекере әлегә билдәле түгел. Был ойошма совет заманынан һуң Казахстанда үткәрелгән бер генә һайлауҙы ла демократик тип таныманы. Һайлаусылар иҫәбе былтырғыға ҡарағанда күберәк булды, ә иң әүҙем булмаған электорат Алма- Ата һәм Астанала икән. Рәсми йомғаҡтар 25 ғинуарҙа билдәле буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий