понедельник, 16 января 2012 г.

С ркози “А-”ны юғалтыу хаҡында өндәшмәй.




Президентлыҡ юлында алыш барған саҡта, берәүҙең  “минус А”-һы икенсенең плюсына әүерелә. Николя Саркози Францияның кредит рейтингы түбәнәйеүе хаҡында өс көн буйы бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Милләт иҡтисади юғалтыуҙарҙы аңғарғансы, президент Конституция атаһы Мишель Дебре иҫтәлегенә ихтирам күрһәтеү менән мәшғүл булды. Бөтә ҡиәфәте менән ул үҙе халыҡты өндәгән  көрсөк заманында үҙеңде  тотоу ҡағиҙәләренә ярашлы булырға тырышты.
“Финанс көрсөгө- һынау. Уға асыҡтан- асыҡ ҡаршы торорға кәрәк, ҡайнар йөрәк, әммә һалҡын аҡыл менән көрәшергә кәрәк. Көрсөккә ғауғаланып, түҙемһеҙләнеп, аҡыллы диалогһыҙ яуап бирергә ярамай,-”тип белдергәйне Николя Саркози.
Саркозиҙың президент һайлауҙарындағы ярышташы,  социалистар фирҡәһе кандидаты Франсуа Олланд, еңгән сүрәттә Францияны рейтинг агенстволары тырнағына бирмәйәсәген белдереп,  өҫтөнлөктө файҙаланып ҡалырға тырышты.
“Биш йыллыҡ срогымды кәрәкле структура реформалары үткәреүҙән башлаясаҡмын, матди байлыҡтарҙы бүлеү аҙаҡ буласаҡ. Был беҙҙе һуңғы биш йылда барған тәүҙә байлыҡтарҙы байҙарға таратып биреүҙән  һәм аҙаҡ халыҡты, айырыуса иң ярлыларҙы түҙергә өгөтләү тәжрибәһенән йолоп ҡаласаҡ,-”тип белдерҙе Олланд.
Саркози уның заманында Франция иҡтисади отличник статусын юғалтҡан президент булараҡ тарихҡа инде. Бер гәзит материалының башында президент фамилияһынан Ахәрефе юйылып сығарылды.
Журналистарҙың белдереүенсә, был ярамаған эш. Николя Саркози һалҡын ҡанлылығын юғалтмай: ул ай аҙағына көрсөктән сығыуҙың аныҡ сараларын әҙерләргә һүҙ бирә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий