пятница, 6 января 2012 г.

Иранға ҡаршы санкциялар: уйҙырмамы әллә ысынлап янаумы?


 Евроберләшмәнең Иран нефтенә эмбарго иғлан итеүен Вашингтон ҡәнәғәтлек менән ҡабул итте, ә Таһран уның эҙемтәләрен кесерәйтеп күрһәтергә тырышты.
Көн элгәре Евроберләшмә илдәре, әгәр Иран ядро программаһы өҫтөндә эште дауам итһә, Ирандан эшкәртелмәгән нефтте импортлауҙы тыйыу хаҡында килеште. Ауырлыҡ менән булһа ла был мәсьәлә буйынса уртаҡ тел таптылар.
Әммә башта  Евроберләшмәнең ҡайһы бер илдәре эмбаргоға ҡаршы сыҡты. Мәҫәлән, Греция. Хафаһын белдереүгә ҡарамаҫтан,  ул партнерҙары һүҙенән сыҡманы.
“Ирандағы ваҡиғалар менән бәйле проблемалар һәм ҡыйынлыҡтар хаҡында әңгәмәләштек, беҙҙең уйыбыҙса, был  мәсьәләләр ентекле һәм бергәләшеп өйрәнеүҙе талап итә,-”тип белдерҙе Грецияның сит ил эштәре министры.
Нефть Иран бюджеты керемдәренең 60 процентын тәьмин итә. Иран нефтенең 18 процентын Европа һатып ала. Тимәк, ике яҡ та зыян күрәсәк.
Италия үҙенә кәрәкле  нефттең 40 процентын, Греция 50 процентын Ирандан ала. Испания һәм Бельгия ла нефтте унан күпләп һатып ала.
Иран нефтенән баш тартыу Ливия, Сәғүд Ғәрәбстаны йәки Рәсәй күек башҡа сығанаҡтарҙы эҙләргә мәжбүр итәсәк. Хаҡтар үҫә бара. Иран күҙаллауы буйынса, бер баррель 200 долларға менәсәк. Таһрандың белдереүенсә, ауырыу донъя иҡтисады бындай хаҡтарҙы күтәрә алмаясаҡ һәм тәүге нәүбәттә отолоусылар иранлылар булмаясаҡ.
“Нисек кенә булмаһын, иран нефтенә эмбаргонан Көнбайыш илдәре үҙҙәре үк зыян күрәсәк,-”тип белдерҙе Ирандың сит ил эштәре вәкиле.
Европа һатып алыусыларына бәйлелеген кәметкән, ОПЕК-та нефть сығарыу буйынса икенсе урында торған етештереүсе Азия илдәре баҙарына өмөт бағлай. Уларҙың Иран нефтенә бәйләнгән булыуы санкция яҡлыларға ҡушылырға мөмкинлек бирмәйәсәк.
”Ифрат ҡыҙыҡ дипломатия буласаҡ был. Иранға нефтен һатырға кәрәк, шуға күрә Һиндостан, Ҡытай, Япония кеүек илдәр өсөн хаҡтар кәметелеүе ихтимал,-ти баҙар аналитигы Джонатан Баррат.-Тик Ҡушма Штаттар һәм башҡа дәүләттәр улар энергетик ихтияждарын тәьмин итеү өсөн башҡа сығанаҡтар тапһын өсөн, баҫымды көсәйтәсәк.”
Санкциялар теләгән эффектты бирмәйәсәк тиһәләр ҙә, донъяла ташылған 40 % нефттең стратегик йәһәттән мөһим булған юлы- Ормуз боғаҙын ябыу менән янап, Иран властары нервозлыҡ  күрһәтә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий