пятница, 6 января 2012 г.

Беренсе номерлы лот: “Титаник”тан 5 000 табылдыҡ.




Титаниктан 5 000 табылдыҡ бер юлы Нью- Йорк аукционында һатыласаҡ. Улар араһында корабль корпусы деталдәре, руль тәгәрмәсе, пассажирҙарҙың һәм экипаждың шәхси әйберҙәре, мәҫәлән, хушбуй, фарфор һауыт- һаба бар. Был әйберҙәр 15 апрелдә, XX быуатта һәләкәткә осраған иң атаҡлы кораблдең фажиғәле көнөндә бер лот  булып һатыласаҡ. Коллекцияның хаҡы 189 миллион доллар.
“Һуңғы йылдарҙа ”Титаник” әйберҙәре һатылған башҡа аукциондар ҙа булды. Тик ул әйберҙәрҙең береһе лә “Титаник”  менән бергә батмаған. Ә әлеге нәмәләр диңгеҙ төбөнән табылған. Карап тирәһенән табылған әйберҙәрҙең йыйылмаһы бөтәһе лә ошонда,-“ти коллекция хужа- компанияһы вәкиле.
Был табыштар-“Титаник” һәләкәткә осраған урынға ойошторолған 7 экспедиция һөҙөмтәһе. Пассажир лайнеры 1912 йылда Атлантик океанда айсберг менән бәрелешкәндән һуң бата. Фажиғә 1,5 мең кеше ғүмерен алып китә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий