Аугусто Пиночет диктатураһы
ҡорбандары 40 меңдән ашыу булып китте. Хоҡуҡ һаҡлау комиссияһының тикшереү
һөҙөмтәләре менән доклад Чили президенты Себастьян Пиньераға тапшырылды.
Алдағы докладта 28 мең
кешенең зыян күреүе, һәләк булғандар йәки хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә 3 мең
граждан булыуы хаҡында әйтелгәйне.
8 йыл барған эш
барышында Комиссия кеше хоҡуҡтарын боҙоу менән бәйле элек рәсми рәүештә
теркәлмәгән 10 мең мәғлүмәт йыйҙы.
Юститиция министры “бойондороҡһоҙ
комиссия доклады тыныслыҡ һәм милли килешеү эшенә үҙ өлөшөн индерер” тигән өмөт
белдерҙе.
Чили президенты, хәбәр
итеүҙәренсә, яҡын көндәрҙә Комиссия докладын өйрәнеп, репрессия ҡорбандарына материаль
ярҙам биреү мәсьәләһен күтәрергә тейеш.
Хөкүмәттеке булмаған
ҡайһы бер ойошмалар халыҡҡа сығарылған мәғлүмәттәр менән риза түгел. Уларҙың
мәғлүмәттәре буйынса, Пиночет диктатураһы ҡорбандары 100 мең тирәһе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий