суббота, 7 января 2012 г.

Cиликон түш шатлыҡмы?





Был гель кеше тәненә урынлаштырыу өсөн яраҡлы түгел, сөнки ул клиник һынау үтмәгән һәм сәнәғәт материалдарынан тора. Ҡулланылған силикон да төҙөлөш эштәре һәм электрон приборҙар өсөн тәғәйенләнгән.
Күкрәктәренә ҡуйылған PIP компанияһы импланттарының нимәнән эшләнеүен белгәс, күп ҡатындарға шок булды. Ә донъяла ундайҙар 300 мең.
“Үҙеңдә зарарлы матдәләр йөрөтөүеңде белеү- ҡот осҡос тойғо,-”ти дат ҡатыны.
“Үҙемдә ауыртыу, әсетеү һиҙҙем, бик ҡыйын булды,-”тип зарлана иглиз ҡатыны ла.
“Шул көндән башлап минең өсөн ғазап башланды. Төрлө дауаханаларға мөрәжәғәт итеп ҡараным, тик һәр ваҡыт мине операция эшләнгән шәхси клиникаға ебәрә килделәр,-”тип һөйләй испан ҡатыны.
Дат, испан, инглиз, француз ҡатын- ҡыҙҙары...Донъялағы PIP имплантлы 300 мең ҡатын төрлө шарттарҙа бер үк проблема алдында тороп ҡалды. Уларҙың күпселеге Бөйөк Британияла, Францияла һәм Бразилияла йәшәй.
Башҡа илдәрҙә, мәҫәлән, Германияла бындай ҡатындарҙың аныҡ иҫәбе алынмаған.
Әлеге мәлдә ҡайһы бер илдәр терапевҡа йәки хирургҡа күренергә һәм шарттарға ҡарап эш итергә кәңәш биреү менән сикләнә.
Франция һәм Венесуэла ғына импланттарҙы алып ташлау сығымдарын ҡаплатырға ризалыҡ бирҙе. Францияла яңы импланттар ҡуйыу сығымдары рак булған осраҡта ғына ҡаплатыласаҡ. Италия һәм Бельгияла импланттарҙы алып ташлау медицина күрһәткестәренә ҡарап түләнәсәк. Германия, Испания, Чехияла был төр операциялар өсөн түләүҙәр ҡаралмаған. Бөйөк Британия уларҙың кәрәк булыуына ышанып етмәй.
Фекер төрлөлөгө, әлбиттә, финанс мәсьәләләренә барып тоташа. Франциялағы иҫәпләүҙәр буйынса, импланттарҙы алыу өсөн 60 миллион евро кәрәк буласаҡ.
Өҫтәүенә, гелдең зыянлы булыуы билдәле булһа ла, импланттар һәм рак ауырыуы башланыу араһында тура бәйләнеш барлығы әлегә асыҡланмаған. Төп хәүеф импланттың йыртылыуында, тип иҫәпләйҙәр. Франция властарының иҫәбенсә, был 5 % осраҡта була, башҡа тикшеренеүселәр 7 % хаҡында һөйләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий