суббота, 7 января 2012 г.

Төрөк эксперты: “Башбугты ҡулға алыу- демократлаштырыу күренешенең кәүҙәләнеше.”


Уртасыл исламистар хәрбиҙәргә һөжүм итә. Переворот яһарға маташыу эшен тикшереү, күҙәтеүселәр фекеренсә, үҙҙәрен Төркиәнең донъяуи терәген һаҡлаусылар тип иҫәпләгән хәрбиҙәр һәм ислам тамырҙары булған идара итеүсе Ғәҙеллек һәм үҫеш фирҡәһе араһында барған көрәштең яңы ҡуласаһы хаҡында һөйләй.
“1990 – 2000 йылдарҙа Төркиәнең Евроберләшмә менән берләшеү  осоронда башланған  хоҡуҡ системаһындағы үҙгәрештәре Төркиәне демократлаштырыу һәм демократияны тәрәнәйтеү процесы өсөн ифрат мөһим,- ти хәрби эксперт Атилла Һандыҡлы.-Дәүләт учреждениеларындағы иҫке ҡараштарҙан һәм бюрократиянан демократияға күсеү кәрәклеген бөгөн асыҡ күрәбеҙ. Был ҡулға алыу шул процестың кәүҙәләнеше. Бөтәһе лә шуны аңларға тейеш: армияның хәле хәрби түңкәрелеш ваҡытына кире ҡайтмаясаҡ.”



Комментариев нет:

Отправить комментарий