суббота, 7 января 2012 г.

“Кидд” һәм “Стеннис” ярҙамға ашыға.


Американың “Джон Стеннис”авианосецы Ғәрәп диңгеҙендә пираттар ҡулына эләккән 13 иран морягын ҡотҡарҙы.
Ҡаза хаҡындағы сигналды Американың “Кидд” эсминецы ҡабул иткән. Был хаҡта Пентагодың матбуғат секретары хәбәр итте. Уның һүҙҙәре буйынса, ун бишләп сомали пираты әле авианосец бортында, ә аманатҡа алынған иранлылар ҡайтыу юлында.
Ул йәнә шуны хәбәр итте: яҙмыш шаярыуы буйынса, ҡотҡарыусы - Ормуз боғаҙына Иран индермәҫкә уйлаған авианосец.



Комментариев нет:

Отправить комментарий