суббота, 7 января 2012 г.

Яңы Зеландияла һауа шарының ҡолауы арҡаһында 11 кеше һәләк булған.


Яңы Зеландияла 150 метр бейеклектән һауа шары ҡолаған. Уға тейәлгән 11 кешенең береһе лә иҫән ҡалмаған. Инцидент баш ҡаланан 150 километрҙа ятҡан Картертон ҡалаһы янында  булған.
Полиция һәләкәттең сәбәбен хәбәр итмәй. Ваҡиғаға шаһит булыусылар һөйләүенсә, шар ергә ҡоларҙан алда уның кәрзине янып киткән. Ҡолаған саҡта шар электр линияһын боҙған һәм яҡын- тирәләге ауыл, ҡалалар 20 минутҡа утһыҙ ҡалған.







Комментариев нет:

Отправить комментарий