суббота, 7 января 2012 г.

Елкән аҫтында 45 көндә донъя урап.


45 көн эсендә донъяны урап сығыу. Елкән аҫтында донъя тирәләй иң шәп сәйәхәт итеүсегә тәғәйенләнгән “Жюль Верн призы” француз капитаны Лоик Пейрони командаһына эләкте.


Уның тримараны Брест портына шәмбегә ҡаршы төндә ҡайтты. Теүәл билдәләнгән ваҡыт-45 тәүлек, 13 сәғәт, 42 минут. Экипажға тантаналы осрашыуҙы иртән ойошторҙолар. Был ваҡытҡа моряктар ҡырынып, душ кереп өлгөргәйне.


Пейрониҙың һөйләүе буйынса, сәйәхәт итеүе бик үк рәхәт булмаған: көндәр йыш боҙолған, айсбергтар аңдып торған антарктик диңгеҙҙәрҙә ауырлыҡтар йыш һағалап торған.

Капитандың фекере буйынса, бының ише походтарҙа юғары тиҙлекте тота белеү генә түгел, кәрәк саҡта яй барыу ҙа мөһим.

Лоик Пейрони уҙған йыл шулай уҡ француздар ҡуйған рекордтан өс тәүлеккә тиерлек алдараҡ ҡайтты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий