суббота, 7 января 2012 г.

Ямайка премьеры британия королеваһын “ҡолатырға йыйына”.




Ямайка ысын бойондороҡһоҙ дәүләт булырға йыйына. Илдең яңы премьер- министры Поршия Симпсон- Миллер үҙенең инаугурация телмәрендә Британия милләттәр берҙәмлеге составынан сығырға йыйыныуы хаҡында белдерҙе. Августа Британияның элекке колонияһы бойондороҡһоҙлоҡтоң 50 йыллығын билдәләйәсәк һәм, премьерҙың уйынса, тулы бойондороҡһоҙлоҡ Ямайка халҡы өсөн шәп бүләк буласаҡ.
“Беҙ, дәүләт башында үҙ президентыбыҙ булған республика булыр өсөн, монархиянан бүленеп сығыу процесын башлаясаҡбыҙ.”
Шул уҡ ваҡытта Сипсон- Миллер Елизавета II шәхесенә ҡарата бик йылы мөнәсәбәттә булыуын билдәләп үтте.
Формаль рәүештә Ямайка башында, Британия милләттәр берҙәмлегенә ингән башҡа илдәр һымаҡ уҡ, Британия монархы тора.

Комментариев нет:

Отправить комментарий