воскресенье, 8 января 2012 г.

Президентты ботинкалар ярҙамында кәмһеттеләр.



Германия президенты резиденцияһы алдына, уның отставкаға китеүен талап итеп, шәмбе көн йөҙләгән кеше йыйылды.  Демонстрацияла ҡатнашыусылар бергәләп: “Вульф китергә тейеш !”- тип ҡысҡырҙылар һәм ғәрәп илдәренән күскән кәмһетеү билдәһе рәүешендә аяҡ кейемдәре менән һелтәнделәр.
Кристиан Вульф, Түбәнге Саксонияла премьер- министр вазифаһын үтәгәндә, бер эшҡыуар менән тығыҙ эшлекле бәйләнештә булыуын йәшергәне һәм халыҡ алдында быны инҡар иткәне  өсөн, тәнҡит утына дусар булды.
“Ул үҙенең креслоһында бер нәмәгә ҡарамай ултырырға уйлай, буғай,-ти акцияла ҡатнашыусы ҡатын.-Ваҡиғаларҙы аңлау тойғоһо унда бөтөнләй юҡ. Ә сәйәси инстинкты булмаған кеше сәйәсәттә ҡалырға ла тейеш түгел”.
Декабрҙә, “Бильд” таблоиды 2008 йылда Вульфтың льготалы шарттарҙа эшҡыуар дуҫының ҡатынынан йорт һатып алыу өсөн бурысҡа 500 мең евро алыуы хаҡында материалдар баҫып сығарғас, Германия президенты тирәләй ғауға ҡуйырып китте. Аҙаҡ беленеүенсә, президент баҫманың баш редакторына, материалды сығармауҙы талап итеп, баҫым яһарға маташҡан. Шаршамбы Вульф таблоидтан ғәфү үтенгән, үҙенең шылтыратыуын етди хата тип атаған.
Прокуратура президентҡа ҡарата енәйәт эше асыу өсөн сәбәп тапмаған, тик күп сәйәсмәндәр уның ҡылыҡтарын амораль тип иҫәпләйҙәр һәм отставкаға китеүен талап итәләр. Вульф үҙе белдереүенсә, закон боҙмаған һәм китергә йыйынмай.



Комментариев нет:

Отправить комментарий