Мәскәү һәм бөтә Рәсәй
патриархы Кирилл рәсәй властарын уҙған айҙа бөтә ил буйлап үткән ҡаршылыҡ
демонстрацияларында ҡатнашыусыларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға саҡыра. Раштыуа телеинтервьюһында Рус православие
сиркәүе настоятеле конфликттың көсәйеп китеүенән һаҡланырға өндәне:
“Әгәр власть ҡаршы
сығыуҙарға ҡарата һиҙгер түгел икән- был бик насар билдә, ул властың
үҙгәрештәргә яраҡлаша белмәүе хаҡында һөйләй.
Провокацияларға
бирешмәйенсә һәм илдә тарҡаулыҡ тыуҙырмайынса ғына үҙеңдең ризаһыҙлығыңды
аңлата белергә өйрәнергә кәрәк.
Һәм власть диалогтар
һәм йәмәғәтселекте тыңлау аша курсын төҙәтә барырға тейеш.”
Декабрҙә рәсми рәүештә
премьер- министр Владимир Путин өсөнсө тапҡыр президент булып һайланыу өсөн
теркәлгәс, шулай уҡ Дәүләт думаһына һайлау һөҙөмтәләре халыҡҡа еткерелгәс, ә күптәр
уны боҙоп күрһәтелгән тип ҡабул итте, Рәсәйҙең
ҙур ҡалалаларында күп халыҡ ҡатнашлығында ҡаршылыҡ акциялары үтте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий