воскресенье, 8 января 2012 г.

“Сим- сим “ябылды.



 Сезам ябылды: “Сезам урамы” данлыҡлы балалар телетапшырыуының палестина версияһы эфирға башҡаса сыҡмай.
Палестина ЮНЕСКО-ға ингәндән һуң, Ҡушма Штаттар Автономиялағы төрлө проекттарҙы, шул иҫәптән был проектты ла финанслауҙы туҡтатты.
“Палестина балалары менән бергә үҫкән һәм палестина телевидениеһын биҙәп торорҙай, кескәйҙәрҙе дуҫлыҡ, толерантлыҡ, үҙ-ара хөрмәт кеүек төшөнсәләргә өйрәтерҙәй  беҙҙең гүзәл геройҙарыбыҙ Кәрим һәм Ханин бар,-”ти палестина “Сезам урамы” башҡарма продюсеры.
Тәүге тапҡыр палестина версияһы эфирға 1996 йылда сыҡты, ләкин даими төшөрөлмәне, сөнки бөтә эш бюджет керемдәренә бәйле ине. Шулай ҙа тапшырыу иҫ киткес популярлыҡ яуланы, хатта геройҙарҙың исемдәрен балаларына ҡуша башланылар.
“Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, беҙҙең тапшырыуҙар балаларҙың белем алыуына, донъяны танып белеүенә, аң даирәһе үҫеүенә ыңғай тәьҫир иткән.”
Бер нисә сезонға етерлек аҡсалар туңдырылып, эш башланмай ҡалған. Палестина телевидениеһында “Сезам”бөтөнләйгә ябылмаясаҡ тип вәғәҙә итәләр, тик яҡын арала иҫке сериялар ғына буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий