воскресенье, 8 января 2012 г.

Ғәрәп илдәре лигаһы күҙәтеүселәре министрҙар алдында отчет бирәсәк.




Ғәрәп илдәренең сит ил эштәре министрҙары йәкшәмбе көн күҙәтеүселәрҙең Сүриәләге хәлдәр хаҡындағы тәүге докладын тыңлаясаҡ. Ултырыш Ҡаһирәлә буласаҡ. Һүҙ 10 көнлөк эш һөҙөмтәләре хаҡында барасаҡ. Шул ваҡыт эсендә Ғәрәп дәүләттәре лигаһы күҙәтеүселәре ҡорбандар айырыуса күп булған Сүриә ҡалаларында булдылар. Бынан һуң министрҙар күҙәтеүселәр иҫәбен билдәләү, айырым алғанда, миссияға БМО эксперттарын һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы йәлеп итеү мәсьәләләрен хәл итәсәк.
Күҙәтеүселәр ауыҙынан репрессиялар хаҡында белдереүҙәрҙе ишетмәгәс, сүриә оппозицияһы миссияның  уңышһыҙлығы хаҡында һөйләй. Башар Асад режимы яҡлылар ҙа уларҙы илдән ҡыуа. Күҙәтеүселәрҙе илгә аяҡ баҫҡандары бирле ҡан ҡойош кәмемәне, артты тип тә тәнҡитләйҙәр. Дамаскыла йома көн йәнә теракттар булды. Ҡорбандар -26, яраланыусылар 60- тан ашыу. Властарҙың белдереүенсә, был Көнбайыштан идара ителеүсе террористар эше. Оппозиция иһә Дамаскылағы шартлауҙарҙа Сүриә махсус хеҙмәттәренең ҡатнашлығы бар тип иҫәпләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий