воскресенье, 8 января 2012 г.

Әхмәҙинежад Америкалағы союздаштары менән осрашасаҡ.




Иран президенты Әхмәҙинежад Латин Америкаһына китте. Ислам республикаһы лидеры төп союздашы булған Венесуэлала, аҙаҡ Кубала, Эквадор һәм Никарагуала буласаҡ. Политологтарҙың фекеренсә, Таһран тап Израиль һәм АҠШ менән көсөргәнешлелек арта барған осорҙа халыҡ- ара бәйләнештәрҙе нығытырға теләй.
Вашингтонда был сәйәхәтте  сираттағы “өмөтһөҙлөктөң ишараһы”тип атанылар.
Иран властарының яҡын киләсәктә илдең төньяҡ- көнбайышындағы Форду ҡаласығында байытылған уран етештереү заводын асыу хаҡындағы хәбәре Көнбайыштың йәнен көйҙөргән нәмә булды.
Ғалимдар һүҙе буйынса, комплекс 20 процентҡа ҡәҙәр байытылған уран етештерә аласаҡ.
Был Ирандағы  иң йәшерен һәм ныҡ һаҡланылған объект. Ҡоролмаларҙың күп өлөшө ер аҫтындағы бункерҙарҙа урынлашҡан. Таһрандың белдереүенсә, улар Израиль һәм АҠШ- тың һауа һөжүменә ҡаршы тора аласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий