понедельник, 9 января 2012 г.

Иранда американлы үлем язаһына хөкөм ителгән.


Иран агенстволары хәбәр итеүенсә, Иран гражданлығы ла булған 28 йәшлек американлы АҠШ файҙаһына шпионлыҡ менән шөғөлләнгәне өсөн үлем язаһына хөкөм ителгән. Суд белдереүе буйынса, Әмир Мирза Хикмәти ЦРУ менән хеҙмәттәшлек иткән .
17 декабрҙә Ирандың киң мәғлүмәт саралары АҠШ файҙаһына шпионлыҡ  менән шөғөлләнеүе шик аҫтына алынған  ирҙең ҡулға алыныуын хәбәр иттеләр, уны шулай уҡ ЦРУ агенты тип тә атанылар. Иран махсус хеҙмәттәре мәғлүмәттәре буйынса, был кеше элек Афғанстанда “Баграм”хәрби- һауа базаһында булған. Иран махсус хеҙмәттәре афған территорияһында уҡ уның артынан күҙәтеү ойошторған. Иран сиген үткәс тә, уны ҡулға алғандар.
Ҡулға алыныусының атаһы, Детройтта микробиология уҡытыусыһы булып эшләүсе Али Хикмәти, улының ЦРУ эшмәкәрлегенә ҡатнашлығы булыуын инҡар итте. Ғалимдың хәбәр итеүенсә, улы Таһранға туғандарын күрергә барған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий