Яңы Зеландияның Тауранги районының популяр булған туристик
урындарына йәнә экологик һәләкәт янай. 3 ай элек ҡомға ултырған “Рена”йөк
карабы уртаға ярылғандан һуң, тиҫтәләгән контейнер һыуҙа ҡалды, һыныҡ-
һаныҡтарҙы, киптерелгән һөт менән тоҡтарҙы тулҡын ярға быраҡтырҙы. Өҫтәүенә
дизель яғыулығының түгелеү хәүефе лә бар.
“Был һәләкәткә оҡшаған. Бик күңелле түгел беҙгә.”
“Беҙ диңгеҙ буйына йөрөргә сыҡҡайныҡ. Тик бында хәҙер
нисек ҡалмаҡ кәрәк?”- ти бындағы халыҡ.
Октябрҙә контейнер ташыусы
ҡомға ултырғайны, унан 400 тонна мазут ағып сыҡҡан. Шул арҡала 20 меңдән ашыу
һыу ҡошо һәләк булған. Яңы Зеландия властары был хәлде ил тарихындағы иң етди
экологик һәләкәт тип атаны. Ярыҡ карап яңы бәләләр менән янай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий