понедельник, 9 января 2012 г.

Зиннәтле әйберҙәр килем килтерә.




Испанияның зиннәтле әйберҙәр һатыу секторы 2011 йылды килем менән тамамланы. Мадрид һәм Барселона бутиктарында һатыу күләме 2010 йыл менән сағыштырғанда 25 процентҡа артты. Бындай артымды күбеһенсә рәсәй һәм ҡытай туристары тәьмин итте.
Луис Санс, Мадридтың юғары класлы бутиктарының хужаһы, былай ти:
“Байтаҡ рустарҙың Испанияла йорттары һәм фатирҙары бар, улар унда йәй буйы була. Улар йыл һайын киләләр һәм беҙҙең даими клиенттарыбыҙ булып торалар. Ә ҡытайҙар бер үк магазинға икенсе тапҡыр һирәк йөрөй. Әммә бутик хаҡында, ҡайҙа нимә алырға мөмкин икәнлекте белһендәр өсөн, ватандаштарына һөйләйҙәр.”
Рәсәйлеләр һәм ҡытайҙар өсөн хаҡтар үҙ илдәренекенән күпкә түбәнерәк, шуға күрә улар һис  икеләнеүһеҙ һатып ала. Зиннәтле әйберҙәр һатып алыу буйынса беренселекте ҡытайҙар бирмәй: донъялағы 20 % элиталы тауарҙарҙы ҡытайҙар һатып ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий