’’Дүшәмбе көн
Стамбулда сүриә оппозицияһы делегацияһын ҡабул итеп, Төркиәнең премьер-
министры Рәжәп Тайып Эрдоган Асад режимы менән көрәштә тыныс сараларҙы ғына
ҡулланыоға саҡырҙы. Ә Сүриә президентын Эрдоган отставкаға китергә өндәне.
“Сүриәләге хәлдәр
диндәр һәм милләттәр араһындағы һуғышҡа әйләнеп китеүе ихтимал. Нисек булһа ла
быны булдырмаҫҡа кәрәк,- тине төрөк премьеры.-Анкара үҙенә төп ролде аласаҡ,
сөнки был илдәге граждандар һуғышы Төркиәлә лә етди проблемалар тыуҙырасаҡ. Бындағы
ваҡиғалар беҙҙең ил өсөн дә хәүефле.”
Сүриәнән яңынан- яңы
һәүәҫкәр видеояҙмалар килә. Мәҫәлән, яҙмаларҙың береһе Ғәрәп дәүләттәре лигаһы
күҙәтеүселәре автомобиленә яҡын килеүсе манифестанттарға атыуҙы һүрәтләй. Әммә
был яҙмаларҙың дөрөҫлөгө әлегә раҫланмаған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий