вторник, 10 января 2012 г.

Германияла санитария ғауғаһы башланырмы?


Немец ҡошсолоҡ фабрикаларында үҫтерелгән һәм 5 мегалполиста һатылған һыуытылған себештәр кеше өсөн хәүефле булған бактериялар менән зарарланған.
Мәғлүмәтте экологик ойошмаларҙың береһе халыҡҡа еткерҙе. Уның мәғлүмәттәре буйынса,  Берлин, Гамбург, Кельн, Нюренберг һәм Штутгарт супермаркеттарына оҙатылған һәр икенсе себеш итендә антибиотиктарға ҡаршы тороусы бактериялар табылған.
“Хәүеф шунда: итте эшкәрткәндә, фасовкалағанда был бактериялар ҡоштан кешегә күсеүе ихтимал. Уларҙың антибиотиктарға ҡаршы тороу һәләте  арҡаһында кеше һаулығына  зыян килеүе бар,-тип аңлата Тирә- яҡ мөхитте һаҡлау ассоциацияһы вәкиле.”
Сәбәбе- ҡошсолоҡ сәнәғәтендә атибиотиктарҙы артыҡ күп ҡулланыу. Экологтар федераль хөкүмәттән ғәләмәт ҙур ҡошсолоҡ фабрикаларын тыйыуҙы һорай.
“Ҡошсолоҡта һәм малсылыҡта антибиотиктарҙы сикләү өсөн, ҡатыраҡ закондар ҡабул итергә кәрәк. Урындағы властарға был өлкәлә күберәк вәкәләттәр биреү мөһим,-”тип аңлатма бирҙе ҡулланыусылар хоҡуғын һаҡлау министры.
Етештереү сәнәғәтендә антибиотиктар ҡулланыу- ҡыҫыҡ урында торған ҡоштарҙы үлемдән һаҡлауҙың берҙән- бер сараһы.
Германияла яңы санитария ғауғаһы булырмы- юҡмы- быны ваҡыт күрһәтер.




Комментариев нет:

Отправить комментарий