вторник, 10 января 2012 г.

Берлин һәм Париж Европа советы ултырышы алдынан фекер алыша.



Франция- Германия тандемы Европалағы партнерҙарын финанс операцияларына һалым индерергә һәм бюджет дисциплинаһын көсәйтеү хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙы һуҙмаҫҡа саҡыра.
Берлинда Франция президенты Николя Саркози менән осрашыу барышында ФРГ канцлеры Ангела Меркель яҡын киләсәктә Евроберләшмә илдәренең бөтә финанс министрҙары һалым мәсьәләһе буйынса үҙ фекерен әйтер тигән өмөт белдерҙе. Париж һәм Берлин бюджет  менән бәйле талаптарҙы  ҡатыландырыуға мөһим роль бүлә.Франция президенты Николя Саркози шулай тине:
“Хөкүмәт- ара  килешеү төҙөү хаҡындағы һөйләшеүҙәр ошо яҡын көндәрҙә тамамланыуын беҙ бик теләр инек. Килешеүгә иһә 1 мартта ҡул ҡуйылырға тейеш. Тотороҡлаштырыу механизмы 2012 йылдың июленән эшләй башлаясаҡ, быға кәрәкле булған капиталлаштырыу процесын беҙ тиҙләтергә әҙер.”
Лондон финанс операцияларына һалым индереүҙән баш тартты. Әммә Меркель менән Саркозиҙы был хәүефләндермәй, уларҙың уйынса, иң мөһиме- һалымды евро зонаһында булһа ла индереү.
Берлиндағы осрашыу 30 ғинуарҙа үтәсәк  Европа советы ултырышына әҙерлек булды. Меркель һәм Саркози ике мәсьәлә буйынса фекер алышырға ниәтләй: иҡтисади үҫеште тәьмин итеү һәм европа хеҙмәт баҙарын яйға һалыу.



Комментариев нет:

Отправить комментарий