Американың Нью-
Гемпширындағы республика фирҡәһе “праймериз”ының дошмандары барлыҡҡа килде,
улар –Манчестерҙың Ветерандар паркында лагерь ҡорған “Уолл- стритты баҫып ал”хәрәкәте
активистары ( бында урындағы халыҡ та, башҡа штаттарҙан килеүселәр ҙә бар). Тап
консерватив республикасыларҙы улар финанс көрсөгө һәм үҫә барған социаль
ғәҙелһәҙлек өсөн яуаплы тип иҫәпләй:
“Власть башында
күпселеген аҡ тәнлеләр һәм байҙар тора, илдәге 99 % халыҡтың нисек йәшәүен улар
күҙ алдына ла килтермәй!”
99 %-урта синыф вәкилдәре, ярлылар, улар менән республикасылар
кандидаты фавориты миллионер Митт Ромни араһы- ер менән күк араһы. Әйтергә
кәрәк, хәрәкәт активистарынан демократтарға ла өлөш сыға:
“Обама һәм уның
командаһы хеҙмәтсәндәрҙең һатып алыу мөмкинлеген түбәнәйтеүгә сәбәпсе булды,
өҫтәүенә улар ошо көрсөктө тыуҙырыусыларға- капиталистарға ғәләмәт ҙур күләмдә
аҡса бирә, ә бит уларҙың аҡсаһы былай ҙа күп.”
Әлбиттә, “Уолл-
стритты баҫып ал”хәрәкәте активистары Нью- Гемпширҙағы тауыш биреү һөҙөмтәһен
үҙгәртә алмаясаҡ. Шулай ҙа уның активистары тауыштарын ишетһендәр өсөн бер
мөмкинлекте лә ситкә ебәрмәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий