среда, 11 января 2012 г.

Иран: уран өсөн кешеләр һәләк була.


Көнбайыштың һәм Ирандың Ислам республикаһы ядро программаһы тирәләй конфликты ҡырҡыулаша бара: Таһранда ядро физикаһы ғалимы үлтерелде һәм урындағы властар шунда уҡ бының өсөн Израилде ғәйепләне.
Хәбәр итеүҙәренсә, матоциклда килгән кеше магнит йәбештергес ярҙамында бомбаны профессор Мостафа Әхмәҙи автомобиленә беркеткән һәм күҙ асып йомғансы уның һоро төҫтәге“Пежо- 405” машинаһы күккә осҡан.
“Башҡа ғалимдарыбыҙҙы ниндәй юл менән үлтерһәләр, был ысул да шуға оҡшаш, сионистар эше был,-”тип, ФАРС агенствоһы Таһран вице- губернаторы Сәфәрали Барат улының һүҙҙәрен килтерә.
Әхмәҙи Ирандың уран байытыу буйынса иң ҙур заводтарының береһе урынлашҡан Натанцтағы ядро үҙәгенең бер департаментына етәкселек иткән. Бында 8 000 центрифуга эшләй.
Ошо аҙнала иран властары Таһрандан көньяҡ- көнбайышҡа табан 150 километр алыҫлыҡта ятҡан Фордо ҡалаһында икенсе объектты эшләтеп ебәрҙе; унда уранды байытыуҙы 20 %  кимәленә күтәреү планлаштырыла.  Иран ядро ҡоралын етештерерә тип шикләнгән Көнбайышта, был хаҡта иғлан ителгәс, тәнҡит уты йәнә көсәйҙе һәм ҡатыраҡ санкциялар ҡабул итергә өндәүҙәр яңғырай башланы.
Ислам республикаһы властары үҙҙәренең программаһының тыныс тормош өсөн тәғәйенләнеүен ныҡый һәм, санкцияларға яуап итеп, мөһим нефть ташыу юлын- Ормуз боғаҙын ябыу менән янай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий