Иранға 3 көнлөк визит
менән МАГАТЭ инспекторҙары килде. Имам Хомейни исемендәге халыҡ- ара аэропортта
уларҙы Ирандың рәсми кешеләре генә түгел, ҡаршылыҡ акцияһы ойошторған
студенттар ҙа ҡаршы алды. Уларҙың ҡулдарында үлтерелгән ядро физикаһы ғалимы
Мостафа Әхмәҙи Рошан портреттары ине. Ул 11 ғинуарҙа машинаһына беркетелгән бомба
шартлауы арҡаһында һәләк булғайны. Ирандың ул саҡта белдереүенсә, Рошан МАГАТЭ
мәғлүмәттәренең таралыуы арҡаһында һәләк булған, атом энергияһы агентствоһы иһә
был ғәйепләүҙәрҙе инҡар итә.
МАГАТЭ инспекторҙары
Тегерандан ядро объекттарын тикшереү өсөн ризалыҡ алырға ниәтләй, сөнки улар
ядро ҡоралы булдырыуҙа файҙаланылыуы ихтимал, тип иҫәпләйҙәр. Аналитиктар
фекере буйынса, Ирандың делегацияны ҡабул итергә ризалыҡ биреүе Евроберләшмәнең
Иран нефтен һатып алыуға эмбарго иғлан итеүе менән бәйле. Яуап итеп, Иран
киләһе аҙнанан уҡ Евроберләшмәгә ингән илдәргә нефть һатыуға эмбарго индерегә
әҙер булыуын иғлан итте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий