воскресенье, 29 января 2012 г.

Лючжоуҙа һыу һатып алалар.


Ҡытайҙың көньяғында властар йәкшәмбе көн тау байыҡтырыу предпреятиеһынан ағыулы матдәләр таралыу эҙемтәләре менән көрәште. Урындағы йылғала ағыулы кадмий  табылған. Белгестәр билдәләүенсә, бысраныу кимәле мөмкин булғандан күпкә артыҡ. Йылғанан һыу Лючжоу ҡалаһын тәьмин итеү системаһына эләккән.
Уҙған аҙнала һыуға, кадмийҙы нейтралләштереү өсөн, махсус химикаттар ташланған. Ҡытайҙың киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, район халҡы магазиндарҙан әүҙем рәүештә һыу һатып ала. Ике аҙна элек үк бысранған һыуҙа балыҡтар һәләк булған.
Хәҙер иһә ул 4 миллионға яҡын халыҡ йәшәгән Лючжоуға янай. Властар ағыулы матдәләрҙең күрше провинция йылғаларына эләгеүенән ҡурҡа.





Комментариев нет:

Отправить комментарий