понедельник, 30 января 2012 г.

”Коста Конкордиа” Джильо утрауы янында оҙаҡ торасаҡ әле.



 Ярым батҡан “Коста Конкордиа”круиз лайнерының ғәләмәт ҙур һөлдәһе Италияның Джильо утрауы яр буйында йыл аҙағына ҡәҙәр, бәлки, оҙағыраҡҡа тиклем дә ятыр әле. Судноның корпусын күтәреү өсөн кәмендә 9 ай кәрәк буласаҡ. Тәбиғәт шарттары әлегә был операцияға тотонорға ирек бирмәй.
Джильо халҡы лайнерҙың диңгеҙ буйы пейзаженың бер өлөшө булыуына күнегеп тә килә.
“Проблемалар юҡ,-ти диңгеҙ буйы ресторанының хужаһы.-Киреһенсә, бындай нәмәләрҙе ҡарарға яратҡан экстремаль туризм  яратыусылар килеп тулды. Киләләр, фотоға төшәләр. Ана, ҡарағыҙ әле, күпме килеп тулған улар бөгөн!”
“Беҙҙең утрауға нимә килтерәһен күрербеҙ инде...Иң мөһиме суднонан яғыулыҡты йәһәтерәк һурҙырып алһындар ине. Беҙ нимә эшләй алабыҙ? Судноны урынынан күсереп булмай бит.”
Лайнер бортында әле булһа 2 мең тонна яғыулыҡ бар. Уны һурҙырыу кисектерелә килә. Әгәр яғыулыҡ ағып сыҡһа, экологик һәләкәттән ҡотолоп булмаясаҡ.
16 кеше әле булһа хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, эҙләнеү эштәре дауам итә.
”Эҙләнеүҙәрҙе беҙ бер нисә көн элек үк туҡтата ала инек. Әммә быны эшләргә мораль хоҡуғыбыҙ юҡ, тип уйлайбыҙ, шуға күрә мөмкин булғанса эҙләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Кешелеклелек ҡанундары мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен булһа ла туғандарына тапшырыуҙы талап итә",-ти граждандарҙы һаҡлау буйынса Италияның Милли агенство етәксеһе Франко Габриелли.
13 ғинуарҙа, “Конкордиа”Джильо утрауы янында рифтарға барып бәрелгәндән һуң, ҡотҡарыусылар һәләк булған 17 кешенең кәүҙәһен тапты.



Комментариев нет:

Отправить комментарий