Йәкшәмбе көн, Куба
коммунистар фирҡәһенең беренсе Милли конференцияһын япҡан саҡта, Дәүләт советы
һәм Министрҙар советы рәйесе Рауль Кастро Кубаның һис ҡасан бер фирҡәлек
системанан баш тартмаясағын, юғиһә был революцияның еңелеүенә килтерәсәген
белдерҙе:
“Демогогия уйындары
һәм сәйәсәттең тауарға әйләнеү фонында беҙ бер фирҡә системаһын яҡлайбыҙ. Бер фирҡә
системаһы- Куба суверенитетының гаранты.”
Рауль Кастро шулай уҡ чиновниктарҙың
мөһим дәүләт һәм сәйәси вазифаларҙа ултырыуын сикләүсе ҡарар ҡабул итергә
йыйыныуҙарын раҫланы:
“Ул эҙмә- эҙлекле ике бишәр
йыллыҡ ваҡыт менән сикләнәсәк.” Кастро әйтеүенсә, был инициатива яйлап тормошҡа
ашырыласаҡ, билдәле үҙгәрештәр илдең конституцияһына индереләсәк.
Куба коммунистар
фирҡәһенең ике көн барған форумының йомғаҡлау документында коммунистар
фирҡәһенең “коррупцияны булдырмауҙа һәм уға ҡаршы тороуҙа, закондарҙы һәм тәртипте
боҙоуҙарға юл ҡуймауҙа”, шулай уҡ “уларҙы
язаһыҙ ҡалдырырға тырышыу күренештәренә ” ҡаршы көрәштә ҙур роль уйнауы
билдәләнә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий