Мәсәүҙә “Ғәҙел
һайлауҙар өсөн” автойөрөшө тыныс һәм ҡулға алыуһыҙ тамамланды. Властарҙың
мәғлүмәттәре буйынса, унда 300 самаһы автомобиль булған; ойоштороусылар иһә
күберәк булды, тип иҫәпләй. 4 февралгә баш ҡалала күп халыҡ ҡатнашлығындағы “Ғәҙел һайлауҙар өсөн”акцияһы билдәләнгән.
Шул уҡ көнгә Владимир Путиндың президентлыҡҡа
кандидатураһын яҡлаусы митинг булыуы ла көтөлә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий