вторник, 31 января 2012 г.

Иранда яңы ҡорал етештерелә.




Иранда яңы төр ҡоралдарҙың презентацияһы үтте:  улар -лазер тоҫҡаулы артиллерия снарядтары. Яңы ҡоралды “Басир”, йәғни “үткер”тип атанылар. Оборона министрлығы спикеры аңлатыуынса, уны теләһә ниндәй рельефлы урында ҡулланырға була һәм ул хәрәкәт итеүсе сәпкә минималь кәмселектәр менән тигеҙә ала икән.
Хәрбиҙәр яҡын киләсәктә илдең хәрби сәнәғәт комплексының башҡа яңы асыштарын да күрһәтергә вәғәҙә итә. Лазер тоҫҡаулы снарядтарҙың хәрәкәт итеү радиусы- 20 километр. Ирандың оборона министры шуны белдерҙе: бындай юғары теүәллектәге технологиялар менән 5 ил генә маҡтана ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий