вторник, 31 января 2012 г.

Көнсығыш Европа: ҡаты һалҡындар арҡаһында 40- лап кеше һәләк булған.




Көнсығыш Европаға ябырылған ҡаты һалҡындар арҡаһында 40- лап кеше вафат булған. Цельсий буйынса термометр бағанаһы -27-гә ҡәҙәр төшкән. Польшала 3 кеше туңып үлгән. Уларҙың береһе оло йәштәге ир, икәүһе торор ере булмаған асарбаҡ.

Үҙәк һәм көньяҡ Сербияла ла 3 кеше вафат булған, ә икәүһе хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбендә.
Күп яуған ҡарҙар арҡаһында 14 муниципалитетта ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.

Болгарияла 5 кеше үлгән. Һалҡындар бында 25 градусҡа етә, ҡорбандарҙың күбеһе үҙ торлаҡтары тирәһендә табылған.

Румынияла йәкшәмбе көн 4 кеше һәләк булған. Йомаға ҡәҙәр илдә хәүефлелектең юғары буласағы хаҡында иғлан ителгән. Һалҡындар 30 градусҡа барып етер тип көтөлә.

Украинала, МЧС-тың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 18 кеше туңып үлгән. 470-тән ашыу кеше һалҡын алдырып йәки берәй ерен туңдырып дауаханаларға мөрәжәғәт иткән.

Украинала 1500 йылытыу үҙәге эшләй. Һуңғы тәүлектәрҙә 7 меңдән ашыу кеше унда мөрәжәғәт иткән. Украина гидромет үҙәге прогноздары буйынса, яҡын көндәрҙә Киевта температура 32 градусҡа ҡәҙәр төшәсәк.

Киләһе аҙнала Рәсәйҙә Европа территорияһының күп өлөшөндә Арктика антициклоны һауа торошон билдәләйәсәк. Көньяҡта термометр 22 градусты, төньяҡта 30 градусты күрһәтәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий