Йылдың был осорондағы
бурандарҙы Чилиҙа 30 йыл инде күргәндәре юҡ: илдең көньяҡ райондарына ҡеүәтле
ҡарлы циклон ябырылды.
Ҡар ҡалынлығы 2,5
метрҙан артып китте, юлдарға ҡалын көрттәр ятты. Анд битләүҙәрендә йәшәгән 16
мең кеше донъянан айырылып ҡалды.
Чили властары был
районды “һәләкәт зонаһы”тип иғлан итте һәм халыҡҡа һыу, аҙыҡ- түлек, мөһим булған
кәрәк- яраҡты килтереү өсөн барыһын да эшләй.
Йөҙҙәрсә йорттар
һыуһыҙ, утһыҙ ҡалған, бәйләнеш юҡ, ә көндәр һалҡын тора- 20 градус.
Әйтергә кәрәк, быларға
халыҡ философтарса ҡарай:
“Ут юҡ- түҙербеҙ! Алла
беҙгә ғүмер биргән, ул ғүмерҙе беҙгә кисерергә, сыҙамлыҡ менән барыһын да ҡабул
итергә кәрәк, ә башҡаса беҙ нимә эшләй алабыҙ?”
Сантьягонан көньяҡҡа
табан 700 километр алыҫлыҡта ятҡан Лонкимай коммунаһы кешеләре һалҡындан, ҡар бурандарынан иң күп зыян
күреүселәр. Аномаль һыуыҡтарҙан тау көтөүлектәрендә йөрөгән һарыҡтар күпләп
ҡырыла башлаған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий