среда, 1 февраля 2012 г.

Мысырҙа ҡытай эшселәре азат ителгән.



Мысырҙа бәҙүәндәр аманатлыҡҡа алған 25 ҡытай эшсеһе азат ителгән, ҡотҡарыу эшенең барышы хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Ваҡиға уҙған шишәмбе Синай ярымутрауының үҙәк өлөшөндә ҡытай эшселәре автобуста цемент заводына эшкә китеп барғанда була. Урлаусылар Синайҙағы теракттар өсөн үлем язаһына хөкөм ителгән 5 енәйәтсене төрмәнәнән сығарыуҙы талап итә.
Ҡытай граждандарын урлау буйынса яуаплылыҡты экстремистарҙың “Ат-Тәүхид вәл-йыһат”төркөмө үҙ өҫтөнә алған. Был регионда Ҡытай граждандарына икенсе тапҡыр һөжүм итәләр.
 28 ғинуарҙа Көньяҡ Кордофонда тотоп алынған бер төҙөлөш компанияһының 29 эшсеһе әле лә Суданда баш күтәреүселәр ҡулында. Ҡытайҙарҙың 17-һе урланыуҙан ҡотолоп ҡалған. Шишәмбе көн, аманатлыҡҡа алыныусыларҙы ҡотҡарыу өсөн, Ҡытайҙың сит ил эштәр министрлығы Суданға махсус хеҙмәткәрҙәр төркөмөн ебәргән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий